Рәсәй президенты В.В.Путин Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы лидеры Ким Чен Ынға КХДР территорияһында һәләк булған Совет граждандары ерләнгән урындарҙы һәм яугирҙәр иҫтәлеге мәңгеләштерелгән мемориалдарҙы һаҡлауға һәм төҙөкләндереүгә ҙур өлөшө индергәне өсөн “Бөйөк Еңеүҙең 75-йыллығы” юбилей миҙалын тапшырыу Указына ҡул ҡуйҙы. Был турала Пхеньяндағы Рәсәй илселеге мәғлүмәте буйынса ОТР каналы хәбәр итә.