Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май 2020, 15:05

АФАРИН, РАУИЛ АҒАЙ!

Баймаҡ районы Сәйғәфәр ауылында йәшәүсе бәләкәстәргә эшҡыуар Рауил Назаров һөт ризыҡтары тупланмаһы таратҡан! Афарин!

Баймаҡ районы Сәйғәфәр ауылында йәшәүсе мәктәпкәсә йәштәге балаларға ошо ауылдың дәртле, рухлы шәхси эшҡыуары Назаров Рауил Әхмәҙулла улы һөт ризығынан 25 аҙыҡ-түлек тупланмаһы таратҡан.
Әлеге ваҡытта Сәйғәфәр ауылының 25 ғаиләһендә 45 бәләкәй сабый тәрбиәләнә. Эшҡыуарҙың бүләген йәш әсәйҙәр бик ҡыуанып ҡабул иткән.
Изге Рамаҙан айында изгелек эшләүсе Рауил ағай мең сауаптар алһын! Афарин!