Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Май 2020, 10:00

Юлдар рәтләнә

Баймаҡ районы юл тармағы эшселәре сираттағы миҙгелен асты. 4 майҙа улар Баймаҡ ҡалаһының Салауат Юлаев проспектында, Юбилей, Әлибаев урамдарында эшләп, автомобиль хәрәкәтен тотҡарлаған боҙоҡ урындарҙы рәткә килтереү менән булышты.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, Баймаҡ ҡалаһы һәм район ауылдары юлдарын ремонтлау һәм төҙөкләндереү миҙгеле асылды.
--Көндәр йылыныу менән көтөп алған сараны йылдағыса юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау менән башлап ебәрҙек. 4 майҙа Баймаҡ ҡалаһы юлсылары Салауат Юлаев проспектында, Юбилей, Әлибаев урамдарында эшләп, автомобиль хәрәкәтен тотҡарлаған боҙоҡ урындарҙы рәткә килтерҙе,--тип белгертте үҙенең Бәйләнештә селтәрендәге сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.
Юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау эштәре төбәктә 16 июнгә тиклем дауам итәсәк.
#нацпроекты#миллипроекттар
Читайте нас: