Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Май 2020, 11:00

Яҡшы булыр ине лә

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы төбәктәргә уҡыу йылын ваҡытынан алда тамамларға тәҡдим итте.– 1-8-се кластар уҡыуҙы 15-16 майға тиклем тамамларға мөмкин;– 10-сы кластар уҡыуҙы 29-30 майға хәтлем тамамлай;– 9 -11-се кластар – 5 июнгә тиклем;Министрлыҡта билдәләүҙәренсә, уҡыусылар сентябрҙә үк мәктәптәрҙә уҡый башлар тип иҫәп тота.

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы төбәктәргә уҡыу йылын ваҡытынан алда тамамларға тәҡдим итте.
– 1-8-се кластар уҡыуҙы 15-16 майға тиклем тамамларға мөмкин;
– 10-сы кластар уҡыуҙы 29-30 майға хәтлем тамамлай;
– 9 -11-се кластар – 5 июнгә тиклем;
Министрлыҡта билдәләүҙәренсә, уҡыусылар сентябрҙә үк мәктәптәрҙә уҡый башлар тип иҫәп тота.
«Беҙ уҡыусылар дөйөм программанан төшөп ҡалмаһын һәм шул уҡ ваҡытта программа рөхсәт ителгән йөкләмәнән артмаһын өсөн уҡыу йылын әҙерләү процесын ентекле алып барабыҙ», — тип һөйләне министр Сергей Кравцов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, башланғыс класс уҡыусылары (1-4 класс) 6 майҙан 8-енә тиклем уҡымай. Ә 5-11-се кластар дистанцион белем алыуын дауам итә.