Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Май 2020, 11:25

ГЕРОЙЫБЫҘҘЫҢ МИҘАЛЫ ҠАЙТА

Республика Башлығы Р.Ф.Хәбиров социаль селтәрҙәге үҙ сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, 9 май көнө беҙ күптән түҙемһеҙләнеп көткән мөһим ваҡиға буласаҡ. Был көндө Мәскәүҙән Рәсәй Геройы, легендар генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың "Алтын Йондоҙ"о Өфөгә мәңгелеккә һаҡлауға ҡайтарыла. Миҙалды аэропорттан ҡаршы алғас та уның менән ҡала урамдарынан тантаналы үтеү, артабан Милли музейға тапшырыу планлаштырыла. Был тарихи ваҡиғаны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша тура эфирҙа күрергә мөмкин буласаҡ.