Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Май 2020, 21:00

ӘҘЕРЛЕК БАРА

9 май көнө милләтебеҙҙең аҫыл улы, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың "Алтын Йондоҙ" миҙалы Мәскәүҙән Өфөгә ҡайтарыла тип хәбәр иткәйнек инде. Уны тәүҙә ҡала урамдары буйлап тантаналы алып йөрөйәсәктәр, аҙаҡ Милли музейға тапшыралар тигәйнек. Был әһәмиәтле сараны һәр кем БСТ каналы аша күҙәтә аласаҡ.Әле мөһим сараға әҙерлек бара. Репетицияла ҡатнашыусылар битлектәрҙә, дистанция тоталар. Илдә барған хәүефле хәлгә бәйле тантаналы сара тамашасыларһыҙ үтәсәк.Еңеү көнөндә, батырыбыҙҙың һуңлап алынған миҙалы баш ҡала урамдарынан йөрөтөлгән саҡта, күп һанлы милләттәштәре менән бергә генералыбыҙҙың рухы шатланһын!

9 май көнө милләтебеҙҙең аҫыл улы, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың "Алтын Йондоҙ" миҙалы Мәскәүҙән Өфөгә ҡайтарыла тип хәбәр иткәйнек инде. Уны тәүҙә ҡала урамдары буйлап тантаналы алып йөрөйәсәктәр, аҙаҡ Милли музейға тапшыралар тигәйнек. Был әһәмиәтле сараны һәр кем БСТ каналы аша күҙәтә аласаҡ.
Әле мөһим сараға әҙерлек бара. Репетицияла ҡатнашыусылар битлектәрҙә, дистанция тоталар. Илдә барған хәүефле хәлгә бәйле тантаналы сара тамашасыларһыҙ үтәсәк.
Еңеү көнөндә, батырыбыҙҙың һуңлап алынған миҙалы баш ҡала урамдарынан йөрөтөлгән саҡта, күп һанлы милләттәштәре менән бергә генералыбыҙҙың рухы шатланһын!
Читайте нас: