6 майҙа Рәсәй президенты Владимир Путин үҙ-үҙеңде изоляциялау режимынан сығыу тураһында кәңәшмә уҙғарасаҡ. Кәңәшмәлә быға тиклем ҡабул ителгән ҡарарҙары тормошҡа ашырыу мәсьәләләре һәм тәҡдимдәр ҡарала. Был турала президенттың пресс-секретары Дмитрий Песков хәбәр итте.