АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Май 2020, 12:25

ҠОТЛАУ ХАТТАРЫ ЕБӘРЕЛӘ

6 майҙан 9 майға тиклем Башҡортостан почтаһы ветерандарға Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан Рәсәй Президенты В.В.Путин исеменән әҙерләнгән хаттарҙы алып барасаҡ.


6 майҙан 9 майға тиклем Башҡортостан почтаһы 30 меңдән ашыу ветеранға Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан Рәсәй Президенты В.В.Путин исеменән әҙерләнгән хаттарҙы алып барасаҡ.
Ҡотлау асылмаһының бер яғында 1941-1945 йылғы Ватан һуғышынан фотохроника бирелһә, икенсе яғында Н.Ситниковтың "Бөйөк Ватан һуғышында еңеү уңайынан Ҡыҙыл майҙанда салют" фотоларынан фрагмент урынлаштырылған.
Рәсәй почтаһының төп бурысы--барлыҡ ветерандарға ҡотлау хатын теүәл алып барып еткереү. Әгәр почтальон барған мәлдә ветеран өйҙә булмаһа, хат почта бүлексәһендә бер ай дауамында һаҡлана. Ошо осорҙа ветеранға ул тәҡдим ителә. Ветерандың күсеп китеүе билдәле булһа, ҡотлау асылмаһы шул адресҡа ебәрелергә тейеш.
Почтала санитар-эпидемиологик хәүефһеҙлек күҙәтелә. Һәр көн почтальондарҙың һаулығы тикшерелә. Ә ҡотлау хаттары сортировка үҙәгенә махсус герметик ҡаптарҙа килтерелә. Почта хеҙмәткәрҙәре һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән. Почтальондар хатты тапшырғанда дистанция тотасаҡ, даими рәүештә ҡулдарын антисептик менән эшкәртеп тора.