Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Май 2020, 10:45

Эпидемия һаман туҡтамай

Һуңғы тәүлек эсендә 10633 ауырыу теркәлгән. Уларҙың 50,3%-ында киҙеү еңелсә үтә.

Рәсәйҙә коронавирус киҙеүе ҡотороуын дауам итә. Һуңғы тәүлек эсендә 10633 ауырыу теркәлгән. Уларҙың 50,3%-ында ауырыу еңелсә үтә. Шуныһы ҡыҙғаныс: бөгөн киҙеүҙән вафат булыусылар һаны 58 кеше.
Рәсәй президенты В.В.Путин халыҡты үҙ һаулыҡтарына яуаплы ҡарауҙарын һораны. “Байрамдар бер-берегеҙгә ҡунаҡҡа йөрөү өсөн түгел, киреһенсә үҙ-үҙеңде изоляциялап өйҙә ултырыр өсөн оҙайтылды. Коронавирус менән көрәш ебен өҙөргә ярамай. Эпидемияны әлегә бер нисек тә туҡтатып булмай. Шуның өсөн өйөгөҙҙә ҡалығыҙ, яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!" —тине үҙ сығышында ил башлығы.
#ВВПУТИН