Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Май 2020, 11:40

Баҙарға барҙым әле

Эх, белмәй ҡалғанмын, кисә Сибай баҙарында ҡыҙҙар өс тәңкә булған,--тип таҡмаҡта әйтелгәнсә, кемдәр белмәй ҡалған шулар өсөн шәп яңылыҡ--бер айҙан ашыу карантинда булғандан һуң Сибай ҡалаһының үҙәк баҙары эшмәкәрлеген тергеҙҙе.

Майҙың тәүге йәкшәмбеһенән Сибай баҙары яңынан эшләй башланы.
Баҙар директоры Виктор Тюрин белдереүенсә, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡҡа ярҙам” милли проекты сиктәрендә үҙ тауарын һатыуға тейешле документтары булған эшҡыуарҙарға сауҙа итергә рөхсәт ителә.
Һатыусыларҙың да, һатып алыусыларҙың да мотлаҡ битлектә, бирсәткәлә булыуы шарт.
--Иң мөһиме - барыһы ла һаҡланыу сараларын теүәл үтәгәндә, үҙ тауарҙарын тәҡдим итеүселәр һәм һатып алыусылар араһында бер ниндәй ҙә аңлашылмаусанлыҡ булмаясаҡ, -- ти Виктор Тюрин.
Кисәге баҙарҙа халыҡ ит, бал, һөт ризыҡтары һатып алыуға өҫтөнлөк биргән. Шулай уҡ миҙгелгә ярашлы ағас, сәскәләр үҫентеләре, картуф, себештәр ҙә ҙур һорау менән ҡулланған.
#нацпроекты#миллипроекттар