Нефтекама ҡалаһында «ArtNeft.FEST» урам сәнғәте фестивале старт алды. Зауыҡлы биләмәләр йылы уңайынан ойошторолған сара өс этапта үтә. Фестивалгә Башҡортостан Республикаһы бюджетынан аҡса бүленгән.
Сараның беренсе этабы "Меморандум" 9 майға тиклем уҙғарыла. Рәссамдарҙың Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап эшләгән иң шәп эштәре ҡала йорттарының, мәктәптәрҙең, мәҙәниәт йорттарының стенаһын биҙәйәсәк.