Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Май 2020, 19:00

ТУРИСТАР ҠАЙТТЫ

Бөгөн Пхукет утрауынан (Таиланд) күтәрелгән "Урал авиалиниялары" авиакомпанияһы рейсын "Өфө" халыҡ-ара аэропорты ҡаршы алды. Туристарҙың 15-е--Башҡортостандыҡы, ҡалғандары күрше төбәктәрҙән.

Бөгөн Пхукет утрауынан (Таиланд) күтәрелгән "Урал авиалиниялары" авиакомпанияһы рейсын "Өфө" халыҡ-ара аэропорты ҡаршы алды. Туристарҙың 15-е--Башҡортостандыҡы, ҡалғандары күрше төбәктәрҙән. Уларҙың барыһы ла Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамы менән ҡайнар аш һәм эсемлек менән тәьмин ителде.
Терминалда республикала йәшәүселәрҙе махсус автобустар көтә ине, уларҙы унан обсерваторға алып киттеләр. Күрше өлкәләр ҙә үҙ яҡташтарын Өфөнән автобус менән ҡаршы алды.
Коронавирус инфекцияһы таралмаһын өсөн бар талаптар ҙа үтәлде.
Читайте нас: