Билдәле булыуынса, “Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм Дан ҡалаһы” тигән мәртәбәле исемде Рәсәй ҡалаларына Ватан алдындағы юғары фиҙакәрлеге, Икенсе донъя һуғышы йылдарында халыҡтың фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн бирелә. Ошондай маҡтаулы исемле ҡалалар исемлегенә Яҙ һәм Хеҙмәт, Бѳйѳк Еңеү байрамдары алдынан Белорет ҡалаһы ла өҫтәлде.
Дәүләт-ара Герой-ҡалалар союзы Президиумы Белорет ҡалаһына “Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм Дан ҡалаһы” тигән почетлы халыҡ-ара исем биреү тураһында ҡарар ҡабул итте. Был тәҡдим менән ваҡытында Белорет металлургия комбинатының ветерандар советы сыға, уларҙы республиканың Тау-металлургия профсоюзы, Белорет ҡала-район хакимиәте һәм Советы, ҡаланың Почетлы граждандары һәм ябай халыҡ күтәреп ала. Дөйөм тырышлыҡ менән алты меңгә яҡын ҡултамға йыйылып, архив документтары менән нығытылған пакет Мәскәүгә ебәрелә.