Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Апрель 2020, 10:26

Мәскәүҙә авиация парады уҙасаҡ

Үҙ-үҙеңде изоляциялау режимын һәм хәүефһеҙлек талаптарын үтәп, илебеҙҙең изге байрамы — Еңеү көнөн билдәләйәсәкбеҙ.

9 май – Еңеү көнөндә Мәскәүҙә заманса хәрби самолеттар һәм вертолеттар ҡатнашлығында авиация парады уҙасаҡ. Башҡа ҡалаларҙың үҙәк майҙанында салют аттырасаҡтар. Был турала төбәктәрҙә коронавирус киҙеүе таралыуына ҡаршы тороу тураһындағы кәңәшмә ваҡытында Рәсәй президенты В.В. Путин хәбәр итте.
Үҙ-үҙеңде изоляциялау режимын һәм хәүефһеҙлек талаптарын үтәп, илебеҙҙең изге байрамы — Еңеү көнөн билдәләйәсәкбеҙ. Тик “Үлемһеҙ полк” парады ғына киҙеү тамамланғас ойоштороласаҡ”,-тине үҙ сығышында ил башлығы.
#ВВПУТИН