Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Апрель 2020, 11:30

Һеҙ ултыртҡан муйыл, сәскә атыр быйыл

Сибай гимназия-интернаты коллективының ир-егеттәре “Экология” милли проекты, Еңеү көнө сиктәрендә республикала барған "Йәшел Башҡортостан" акцияһына дәррәү ҡушылды. Хеҙмәткәрҙәр көсө менән 28 төп ағас үҫентеһе ултыртылды.

--Белем усағыбыҙ биләмәһендә ағастар етерлек. Ҡыҙарышып, күҙҙең яуын алып ултырған сейә, муйылдар ҙа бар. Әммә ағас-ҡыуаҡтар ҙа ҡартая, уларҙы яңыртыу кәрәк,--ти гимназия-интернаттың пиар-менеджеры Данил Әбделғазин.—Директорыбыҙ Роза Хаммат ҡыҙына рәхмәт, биләмәлә лә бөтә изге эштәр ҙә уның хәстәрлеге менән эшләнә.
#нацпроекты#миллипроекттар