Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Апрель 2020, 16:05

Аттракциондар миҙгелгә әҙер

Сибай ҡалаһының Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы аттракциондарының техник торошо тикшерелде.

Сибай ҡалаһының Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы аттракциондарының техник торошо тикшерелде. “Кедр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Андрей Иванович Андрюшин етәкселегендәге төркөм аттракциондарҙың торошон ентекле ҡарағандан һуң, уларҙа эйеү хәүефһеҙ тип тапты һәм был хаҡта танытма бирҙе.
Парк директоры Илгиз Әхмәтшин белдереүенсә, үҙаллы изоляция режимы ғәмәлдән сыҡҡас та аттракциондар эшләй башлаясаҡ.