Үҙизоляция ҡасан тамамланыр? Был һорау көн ҡаҙағында. Һәр беребеҙҙе ул борсой. Бөгөн ил етәксеһе Владимир Путин төбәк башлыҡтары менән коронавирусҡа бәйле видеокәңәшмә үткәрҙе һәм телевидение аша халыҡҡа мөрәжәғәт иткәндә нәҡ ошо һорауға яуап бирҙе лә инде.
11 майға тиклем әлеге режим дауам итәсәк. Был осорҙа байрам көндәре күп. 1 Май - Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы уңайынан 1 - 5 май көндәре ял итергә тейеш булһаҡ, ә Еңеү көнө айҡанлы 9, 10, 11 май ял көндәре ине. Президент күрһәтмәһенә ярашлы, хәҙер байрам араларындағы өс көн--6, 7, 8 май көндәре лә, вирус таралыуы ҡурҡынысы янау сәбәпле, ялға әйләнә, әммә эш хаҡы һаҡлана. Тик 12 майҙан бөтәһе лә өйҙән сыға, эшкә бара, элекке кеүек йәшәй башлай тигән һүҙ түгел. Владимир Путин һәр төбәккә үҙендәге хәлгә ҡарап ҡарар ҡабул итергә кәрәклеген белдерҙе. Хөкүмәткә һәм “Роспотребнадзор”ға этаплап карантиндан сығыу планын әҙерләргә ҡушты.
Ил лидеры белдереүенсә, сикләү саралары, үҙизоляция инфекцияның таралыуына кәртә булды. Һаҡланыу сараларын артабан да күрергә, хәүефтән һаҡланырға кәрәклеген дә белдерҙе. Ә Һаулыҡ һаҡлау министрлығына илдәге һәм төбәктәрҙәге хәлде даими контролдә тоторға, бөтә нәмәгә лә әҙер булырға ҡушылды.
#ВВПУТИН
Фото интернет селтәренән.