Хәйбулла районы Әбеш ауылы биләмәһенә ҡараған халыҡ, атап әйткәндә, ауыл хакимиәте, мәҙәниәт йорто, китапхана хеҙмәткәрҙәре өмәгә сыҡты. Улар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға ҡуйылған һәйкәлде буяп, тәртипкә килтерҙе. Ә 2 май көнө ауыл зыяраттарын рәткә һалыу буйынса өмә уҙғарырға йыйыналар.
--Короновирус хәүефе тормошобоҙға һәм йәшәйешебеҙгә үҙгәрештәр, сикләүҙәр индерергә мәжбүр итһә лә, һаҡланыу сараларын күҙәтеп, ҡайһы бер эштәрҙе башҡарабыҙ,--ти улар.