Ил башлығы В.В.Путин 15 майға тиклем төбәктәрҙәге граждандарға, ойошмаларға һәм предприятиеларға ярҙам итеү маҡсатында Рәсәй хөкүмәтенән 200 миллиардҡа яҡын аҡса бүлергә кәрәклеген белдерҙе. Былар барыһы ла коронавирус киҙеүенең ҡотороуы арҡаһында барлыҡҡа килгән хәлгә бәйле. Шулай уҡ хөкүмәткә 30 апрелгә тиклем ил иҡтисадының ныҡлы таянысы булған секторҙарға ярҙам итеү сараларының проектын әҙерләү йөкмәтелде.
Рәсәй иҡтисады үҫеше министры Максим Решетников билдәләүенсә, пандемия арҡаһында карантинға ябылған предприятиелар ҙур зыян күрә, дөйөм алғанда, улар көнөнә 100 миллиардҡа яҡына аҡсаһын юғалта.