Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2020, 14:30

Һалҡын томан таҙарта

Ошо көндәрҙә дауахана һалҡын томан генераторы һатып алды.

Сибай ҡалаһының үҙәк дауаханаһына яңы ҡорамалдар ҡайтарылыу дауам итә. Йоғошло сир ҡоторған мәлдә медицина учреждениелары һәм автомобилдәр эстәрен дезинфекциялауға айырым иғтибар бүленә.
Ошо көндәрҙә дауахана һалҡын томан генераторы һатып алды.
Һалҡын томан генераторы—махсус иретмәләр ярҙамында бина эстәрен дезинфекциялаусы ҡоролма.Томан үҙ нәүбәтендә дезинфекциялаусы болот рәүешендә эшкәртелгән майҙандың бөтә урындарына ла үтеп инә. Был ысул башҡа төр эшкәртеүҙәргә ҡарағанда күпкә отошло.