Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Апрель 2020, 11:20

Яңы техника ҡайтарылды

Хәйбулла районының Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты тау сәнәғәтен үҫтереү маҡсатында ҡеүәтле техника һатып алыуын дауам итә.

Хәйбулла районының Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты тау сәнәғәтен үҫтереү маҡсатында ҡеүәтле техника һатып алыуын дауам итә. Күптән түгел генә алыҫ булмаған араға төрлө йөк һәм материалдар ташыу өсөн 2ПТМ5 «НЕФАЗ» ике трактор прицепы ҡайтарылғайны. Прицептан йөктө өс яҡҡа ла ауҙарып була.
Шулай уҡ предприятиеның автотранспорт цехының техника паркы 25 тонна йөк күтәреүгә тәғәйенләнгән яңы «Челябинец» автокраны менән тулыланды.
--Автокрандар мобиллеге менән алдыра. Бөтә тармаҡтарҙа ла киң ҡулланылған махсус сара булараҡ тау сәнәғәтендә лә иң кәрәкле техника. Автопарк “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проекты сиктәрендә артабан да яңыртылысаҡ,--ти комбинат етәкселеге.
#нацпроекты#миллипроекттар