АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Апрель 2020, 11:45

Еңеү көнө мотлаҡ билдәләнәсәк!

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған байрам, “Үлемһеҙ полк” парады мотлаҡ уҙғарыласаҡ.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған байрам, “Үлемһеҙ полк” парады мотлаҡ уҙғарыласаҡ. Был турала “Хәтер вахтаһы” акцияһын ойоштороусылар менән осрашыуҙа Рәсәй президенты В.В. Путин хәбәр итте. Байрамдың датаһы күсерелгәндән һуң илдә төрлө хәбәрҙәр тарала башланы. Ил башлығы белдереүенсә, байрам датаһы коронавирус пандемияһынан халыҡты һаҡлап ҡалыу маҡсатында күсерелде.
Владимир Путин эҙәрмәндәр хәрәкәтенә йәмәғәт тормошонда әһәмиәтле булған эҙләнеү эштәре алып барыуҙары өсөн сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе. Ысынлап та, “Хәтер вахтаһы” акцияһын ойоштороусыларҙың эше баһалап бөткөһөҙ: улар юғалған һалдаттарҙың ҡәберҙәрен эҙләү өсөн төрлө экспедициялар ойоштора, йыл әйләнәһенә ветерандарға ярҙам итә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың архив базаһын төҙөй.
#ВВПУТИН