2021 йылдың 31 авгусына Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә 550 урынға иҫәпләнгән өр-яңы мәктәп сафҡа инәсәк. Белем усағының 140 урынлыҡ интернаты ла буласаҡ. Был хаҡта дәүләт закупкаларының рәсми сайтында хәбәр ителә. Муниципаль район хакимиәте капиталь төҙөлөшкә подрядсы эҙләүҙәре тураһында электрон аукцион иғлан иткән. Контракттың башланғыс хаҡы 446,5 миллион һум. Төҙөлөшкә аҡса муниципаль, республика һәм федераль ҡаҙнанан бүленәсәк. Аукцион һөҙөмтәләре 28 апрелдә билдәле була. Төп объекттарҙан тыш, ике автобус һыйҙырышлы йылы туҡталҡа, кер йыуыу урыны төҙөү, инженер селтәрҙәре һуҙыу, биләмәне төҙөкләндереү күҙаллана.