Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2020, 10:41

Мәғариф системаһында үҙгәрештәр көтөлә.

Рәсәй президенты Владимир Путин дөйөм белем биреү системаһын үҙгәртеү һәм үҫтереү проблемаларын ҡарау өсөн эш төркөмө төҙөү Ҡарарына ҡул ҡуйҙы.

Рәсәй президенты Владимир Путин дөйөм белем биреү системаһын үҙгәртеү һәм үҫтереү проблемаларын ҡарау өсөн эш төркөмө төҙөү Ҡарарына ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты.
Эш төркөмө дөйөм белем биреүҙең федераль дәүләт белем биреү стандарты проекттарын баһалаясаҡ, шулай уҡ төп үҫеш йүнәлештәре ҡараласаҡ.
Бөгөн эш төркөмө тулыһынса әҙер, уның составына Рәсәй Федерацияһының вице-премьеры Татьяна Голикова, президент ярҙамсыһы Андрей Фурсенко, мәғариф министры Сергей Кравцов, Роспотребнадзор башлығы Анна Попова, МДУ ректоры Виктор Садовничий, «Йәш профессионалдар» Союзы генераль директоры Роберт Уразов индерелде.
#ВВПУТИН
Читайте нас: