АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2020, 15:25

Изгелек донъяны ҡотҡарыр

Донъяла изгелек эшләргә ынтылыусылар күплеге һоҡландыра. Беҙҙең күптәнге партнерҙар ҙа мәрхәмәтлеккә ҡушылып, 11 төрлө ризыҡ—макарон изделиелары, май, шәкәр, печенье һәм башҡалар һалынған 100 аҙыҡ-түлек йыйылмаһы әҙерләп штабҡа тапшырҙы. Уларҙы бөгөн үк ирекмәндәр мохтаждарға таратасаҡ.

“СИТНО” компанияһы һәм “Магнитогорск тауар ихатаһы” Сибай ҡалаһында ғына түгел, Башҡортостан Республикаһында социаль йүнәлештә эшләгән предприятелар булып иҫәпләнә. Был компаниялар күптән таусылар ҡалаһының ышаныслы парнерҙары. Бөгөн улар “Тиҫтер” балалар һәм үҫмер клубы нигеҙендә булдырылған “Беҙ бергә!” ирекмәндәр штабына 100 аҙыҡ-түлек йыйылмаһы алып килде.
--Дуҫтар ауыр ваҡытта һынала! Рәхмәт изгелектәре өсөн! Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыусы ирекмәндәргә лә рәхмәтебеҙ сикһеҙ!,--тине Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Әхмәткәрим улы Афзалов мәрхәмәтлеккә ҡушылыусыларға изге теләктәрен еткереп.
Башлыҡтың һүҙҙәрен уның урынбаҫары С.В.Озерцов та хупланы:
--Коронавирусҡа бәйле эпидимиологик хәл һаман да тотороҡланмай. Ошондай мәлдә беҙҙең эргәлә ауыр тормош хәленә тарыусылар барлығын да да оноторға ярамай. Донъяла изгелек эшләргә ынтылыусылар күплеге һоҡландыра. Беҙҙең күптәнге партнерҙар ҙа мәрхәмәтлеккә ҡушылып 11 төрлө ризыҡ—макарон изделиелары, май, шәкәр, печенье һәм башҡалар һалынған 100 аҙыҡ-түлек йыйылмаһы әҙерләп штабҡа тапшырҙы. Уларҙы бөгөн үк ирекмәндәр мохтаждарға таратасаҡ,--тине Сергей Виниаминович.