Кремлдең мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Рәсәй президенты Владимир Путин телефон аша Төркиә президенты Реджеп Тайип Эрдоган менән атом энергетикаһы һәм ауыл хужлығы буйынса илдәр араһында хеҙмәттәшлек булдырыу тураһында һөйләште.
Һөйләшеү ваҡытында Рәсәй-Төркиә хеҙмәттәшлегендә сауҙа-иҡтисады, атом энергетикаһы өлкәһендә эшләнгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу, ауыл хужалығы һәм транспорт тармаҡтарындағы кооперацияларҙы киңәйтеү һорауҙары ҡаралды.
Артабан ил етәкселәре иҡтисадтың башҡа тармаҡтары һорауҙары буйынса ла даими рәүештә бәйләнеш тотоу тураһында килеште.