Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2020, 10:00

Онлайн-күргәҙмә эшләй

Сибай ҡала хакимиәтенең архив бүлеге “Сибайҙың урындағы үҙидаралығы тарихы” онлайн-күргәҙмәһен әҙерләгән. Өс бүлектән торған виртуаль күргәҙмәгә архив документтарының 1992 йылдан алып йыйылған материалдары, фондтағы фотоһүрәттәрҙең, “Атайсал”,”Сибайский рабочий” гәзиттәре мәҡәләләре, шәхси, ғаилә архивтары мәғлүмәттәренең цифрлы күсермәләре тупланған.

Сибай ҡала хакимиәтенең архив бүлеге “Сибайҙың урындағы үҙидаралығы тарихы” онлайн-күргәҙмәһен әҙерләгән. Өс бүлектән торған виртуаль күргәҙмәгә архив документтарының 1992 йылдан алып йыйылған материалдары, фондтағы фотоһүрәттәрҙең, “Атайсал”,”Сибайский рабочий” гәзиттәре мәҡәләләре, шәхси, ғаилә архивтары мәғлүмәттәренең цифрлы күсермәләре тупланған. Онлайн-күргәҙмәнең авторҙары—архив бүлеге мөдире Н.И.Зәйнуллина, бүлектең әйҙәүсе белгесе К.Ю.Вәлиәхмәтова “Цифрлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә әҙерләгән мәғлүмәтте социаль селтәрҙә https://sibay.bashkortostan.ru/presscenter/photo/4128/,https://sibay.bashkortostan.ru/presscenter/photo/4129/ һылтанмалары аша инеп ҡарарға саҡыра. Үҙенсәлекле сараға бәйле тәҡдимдәрҙе, документтар күсермәләрен, фотоларҙы [email protected] электрон адресына ебәрә алаһығыҙ.
#нацпроекты#миллипроекттар