Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2020, 10:40

Вакцинаны теркәү тиҙләтеләсәк

Вакцина барлыҡҡа килеү менән, тәү сиратта, медицина хеҙмәткәрҙәре тәьмин ителәсәк.

Рәсәй президенты В.В.Путин санитар-эпидемиологик хәл тураһындағы кәңәшмәлә Н.Ф. Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология халыҡ-ара тикшеренеү үҙәге директоры сығышын тыңлағандан һуң Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы Михаил Мурашковтан коронавирус киҙеүенә ҡаршы вакцинаны теркәүҙе тиҙләтеүҙәрен һораны.
Ил башлығы белдереүенсә, вакцинаны теркәүҙе тиҙләтеү ваҡытында барлыҡ процедураларҙы ла үтәп өлгөрөү өсөн кәрәк. Сөнки уны етештерә башлау өсөн илгә кәрәкле ҡорамалдар индерергә кәрәк, бында таможня процедуралары ярайһы ғына ваҡытты аласаҡ. В.В.Путин вакцина барлыҡҡа килеү менән, тәү сиратта, медицина хеҙмәткәрҙәре тәьмин ителәсәге тураһында ла хәбәр итте.
#ВВПУТИН