Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2020, 10:15

Фән үрҙәрен яулайҙар

Сибай институтының йәш ғалимәләре—Гөлкәй Хәйҙәр ҡыҙы Сәмәрхәнова, Нурзилә Тимерйән ҡыҙы Йәнтилина, Зөлфиә Мирза ҡыҙы Ишназарова баш юғары уҡыу йорттары—БДУ-ның Ғалимдар Советының грантын яуланы.

Сибай институтының йәш ғалимәләре—Гөлкәй Хәйҙәр ҡыҙы Сәмәрхәнова, Нурзилә Тимерйән ҡыҙы Йәнтилина, Зөлфиә Мирза ҡыҙы Ишназарова баш юғары уҡыу йорттары—БДУ-ның Ғалимдар Советының грантын яуланы. Бындай дәртләндереү сараһы “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә 35 йәшкә тиклемге йәш уҡытыусыларға һәм хеҙмәткәрҙәргә тәғәйенләнә. Сибай йәштәре уҡыу йорто үҫешенә, фәнни-ғәмәли, ғилми өлкәгә, студенттарға сифатлы белем һәм тәрбиә биреүгә тос өлөш индергәндәре өсөн лайыҡ булған.
Гөлкәй Сәмәрхәнова педагогия факультетының уҡыу буйынса декан урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты, доцент дәрәжәһенә эйә. Нурзилә Йәнтилина иҡтисад һәм хоҡуҡ факультеты деканының уҡыу буйынса урынбаҫары, иҡтисади фәндәр кандидаты. Зөлфиә Ишназарова иҡтисад һәм хоҡуҡ факультетының иҡтисад һәм менеждмент кафедраһы доценты. Ғалимәләрҙең һәр ҡайһыһы юғары вазифалар биләй һәм шул уҡ ваҡытта фән менән шөғөлләнеүгә, уларҙы төрлө кимәлдәге баҫмаларҙа сығарыуға өлгәшә.
БДУ-ның Сибай институтының абруйын күтәреүсе гүзәл заттарҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә фән юлынан тайпылмауҙарын теләйбеҙ!
#нацпроекты#миллипроекттар