Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2020, 10:43

Яңы Ҡарарға ҡул ҡуйылды

Ҡарар Рәсәй халҡы үҙизоляция ваҡытын боҙоп, был документтарҙы алмаштырыу өсөн өйҙәренән сығыуҙы кисектереү маҡсатында ҡабул ителде.

Гражданлыҡ паспортының һәм водитель таныҡлығының ҡулланыу ваҡыты сыға тип ҡайғырырға кәрәкмәй. Рәсәй президенты В.В. Путин был документтарҙы 2020 йылдың 15-се июленә тиклем дөрөҫ тип һанарға тигән Ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Ил башлығы белдереүенсә, 14 йәше тулып та гражданлыҡ паспорты алып өлгөрмәгән рәсәйлеләр өсөн төп документ –тыуыу ураһындағы таныҡлыҡ, шулай уҡ сит илгә сығыу өсөн алынған паспортты ла ҡулланырға мөмкин.
Ҡарар Рәсәй халҡы үҙизоляция ваҡытын боҙоп, был документтарҙы алмаштырыу өсөн өйҙәренән сығыуҙы кисектереү маҡсатында ҡабул ителде.
Бөгөн Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһын эләктереүсе 42853 ауырыу теркәлгән. Уларҙың 3291-е һауыҡҡан, 361 кеше вафат булған.
#ВВПУТИН
Читайте нас: