Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2020, 09:45

Өфөнән ярҙам килде

Сибай ҡалаһына Өфөнән ярты тонна аҙыҡ-түлек һәм коронавирустан һаҡланыу саралары әйберҙәре тейәгән 4 самолет килде.--Еңел авиация федерацияһы менән берлектә христиандарҙың Пасха байрамы уңайынан “Изгелек осошо” акцияһы ойошторҙоҡ,--ти “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты рәйесе Рөстәм Әхмәҙинуров.

Сибай ҡалаһына Өфөнән ярты тонна аҙыҡ-түлек һәм коронавирустан һаҡланыу саралары әйберҙәре тейәгән 4 самолет килде.
--Еңел авиация федерацияһы менән берлектә христиандарҙың Пасха байрамы уңайынан “Изгелек осошо” акцияһы ойошторҙоҡ,--ти “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты рәйесе Рөстәм Әхмәҙинуров.—Акцияны эшҡыуарҙар ҙа эләктереп алды, “Пышка” йәмғиәте байрам ҡаластары бешереп бирһә, Бәләбәй һөт комбинаты фирмалы сырҙан өлөш сығарҙы. «DASKO GROUP» рация һәм һаҡланыу саралары әйберҙәре менән тәьмин итте. Республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы чумаға ҡаршы костюмдар ебәрҙе. Бынан тыш, башҡа партнерҙан да ҙур ярҙам булды. Йыйылған аҙыҡ-түлекте, әйберҙәрҙе бер урынға туплап, тейәп ебәреүҙә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай янындағы йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Зарина Ғәзизова, палата ағзаһы, “Юл япрағы” компанияһы директоры Роман Зарабелов булышлыҡ күрһәтте.
Баш ҡаланан килтерелгән ярҙамдың медикамент өлөшө “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы Сибай дауаханаһына тапшырылһа, аҙыҡ-түлеге артабан Урал аръяғы төбәгендә йәшәүселәргә таратып биреү өсөн ирекмәндәргә бүлеп биреләсәк.
Рәсәй еңел авиация федерацияһы вице-президенты Сергей Миңлеғолов әйтеүенсә, яғыулыҡ сығымдарын федерация ҡаплаған, шул рәүешле улар дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индергән. Улар “Первушино” аэродромынан осҡан. Йөк тейәгән бортты пилотаж төркөмдөң өс самолеты оҙатып килгән. --Кешеләрҙең кәйефен күтәреү өсөн пилотаж төркөм төтөн шлейфы ярҙамында күрһәтмә осош та яһаны. Бынан 5 йыл элек Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан беҙ Сибай күгендә күрһәтмә осош үткәргәйнек, был юлы мәрхәмәтлек ҡылыу тағы һауа юлын асты,--тине Сергей Миңлеғолов.
Әйткәндәй, “Изгелек осошо” акцияһын “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе еңел авиация федерацияһы менән берлектә “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр үҙәгенең проекты сиктәрендә ойошторҙо. Был үҙәк ирекмәндәре үҙаллы изоляция режимы иғлан ителгәс тә эшмәкәрлектәрен башлаған һәм бөгөнгәсә халыҡҡа мөмкин тиклем ярҙам итеүҙәрен дауам итә. Изге күңелле кешеләр мохтаждарға аҙыҡ-түлек, медикаменттар ташый. Айырыуса оло быуын вәкилдәренә, күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙамдары ҙур.
Мәрхәмәтлеккә һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн колл-үҙәктең 8 800 201 89 03 телефон һанына шылтыратып, заявка ҡалдырырға ғына кәрәк.