Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Апрель 2020, 16:15

Ағастар шаулап үҫер

Сибайҙар бөгөн 156 төп алмағас һәм ҡайын ултыртты. Улар киләсәктә гөрләп үҫеп китеп Сармат ҡасабаһының Мостай Кәрим һәм Белов урамдарын биҙәйәсәк.

Бөгөн Сибай ҡалаһында “Йәшел Башҡортостан” акцияһының тәүге этабы үтте. Акцияла ҡатнашыусылар сирҙән һаҡланыу сараларын тулыһынса тотоп, социаль дистанция һаҡлап эш итте. Әлбиттә, башҡа ваҡыттағына ҡарағанда халыҡ аҙ булды, әммә һәр кем тырышып эшләне.
Сибайҙар 156 төп алмағас һәм ҡайын ултыртты. Улар киләсәктә гөрләп үҫеп китеп Сармат ҡасабаһының Мостай Кәрим һәм Белов урамдарын биҙәйәсәк.
--Ағас ултыртыу акцияһына ҡушылыусы ҡала хакимиәте, БДУ-ның Сибай институты хеҙмәткәрҙәренә, ҡала Советы депутаттарына һәм, әлбиттә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы эшселәренә ҙур рәхмәт!—тине сара һуңынан Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов.