Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2020, 10:55

Комбинат аҡса бүлде

Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты Хәйбулла районына COVID-19 сиренә ҡаршы профилактик саралар ойоштороуға, атап әйткәндә, “Һаулыҡ һаҡлау” милли пректы сиктәрендә йәмәғәт урындарында дезинфекция уҙғарыуға, мохтаждарға матди ярҙам күрһәтеүгә 1 миллион һум аҡса бүлде.

Коронавирус көрсөгө тормошобоҙҙоң бөтә тармаҡтарына ла үтеп инде. Был афәткә ҡаршы көрәшкә Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты ла тос өлөш индерҙе. Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Урал тау-металлургия компанияһының генераль директоры Андрей Козицынға йоғошло сиргә ҡаршы көрәшкә һәм ауыр хәлгә тарыусы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүҙе һорап хат яҙғайны. УГМК-Холдинг етәкселеге ҡарары менән Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты Хәйбулла районына COVID-19 сиренә ҡаршы профилактик саралар ойоштороуға, атап әйткәндә, “Һаулыҡ һаҡлау” милли пректы сиктәрендә йәмәғәт урындарында дезинфекция уҙғарыуға, мохтаждарға матди ярҙам күрһәтеүгә 1 миллион һум аҡса бүлде.
#нацпроекты#миллипроекттар