Рәсәй президены В.В. Путин махсус льготалы ипотека программаһын башларға тәҡдим итте, уның ставкаһы 6,5 процент тәшкил итәсәк. Ил башлығы белдереүенсә, льготалы ипотека дәүләт ярҙамы менән халыҡтың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн булдырылды. Программа сиктәрендә төбәктәрҙә 3 миллионғаса, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында 8 миллионға тиклем ипотека алып буласаҡ. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн дәүләттән 6,5 миллиардҡа яҡын аҡса бүленәсәк.