Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2020, 15:20

Cүплек ут эсендә ҡалды

Кисә Сибай ҡалаһы сүплегендә янғын сыҡты. Унда быға ҡәҙәр ҙә янғындар булып торҙо, әммә ут бер ваҡытта ла ҡыйлыҡ биләмәһенән ситкә сыҡманы. Төбәктә бер нисә көн дауам иткән көслө ел быҫҡып ятҡан усаҡты тоҡандырып ебәреүгә сәбәп булған. Етмәһә, көндәр йылыныу менән халыҡ сүп-сар, ҡоро-һарыны сүплеккә ныҡ түкте.

Янғынды һүндереүгә ҡаланың 45-се янғын һағы часының дежур карауылы барып еткәс тә, уның күләмен иҫәпкә алып, бөтә часть хеҙмәткәрҙәре лә эшкә йәлеп ителде. Бынан тыш уларға Баймаҡ ҡалаһынан, Төйәләҫ ҡасбаһынан ярҙамсылар ҡушылды. Шулай уҡ Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы, Горстрой, Ремстройцентр, Водоканал предприятиелары ла ярҙам күрһәтте. Улар дөйөм көстө утты һыу ҡойоп, грейдер менән эттереп, өҫтөнә ер түгеп һүндереүгә йүнәлтте, ут ялы башҡа ергә күсмәһен өсөн тырышты. Әммә елдең көсәйгәндән көсәйеүе хәлде бер аҙ ҡатмарлаштырҙы: янғын күрше 13-сө баҡса биләмәһенә күсте. Баҡса участкалары хужалары ла янғын һүндереүселәргә ярҙам итергә ашыҡты. Ике мең квадрат метр майҙанды биләп алған ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөүгә 32 берәмек техника, 55 кеше йәлеп ителде. Хәл оператив хеҙмәттәрҙең һәм ҡала хакимиәте етәкселеге күҙәтеүе аҫтында тотола.
Читайте нас: