Рәсәйҙең бөтә китапханалары ла коронавирус таралыуға бәйле ваҡытлыса эшләмәй. Әммә был китап уҡырға яратыусыларға ҡамасауламай. Өйөгөҙҙә балаларығыҙ менән яратып уҡыған китаптарығыҙ, моғайын, барҙыр. Ошоно күҙ уңында тотоп Сибай үҙәк ҡала китапханаһы “Әсәй менән уҡыйбыҙ!” онлайн фото акция иғлан итә.
Акцияның төп положениеһы:
Әсәй менән баланың китап уҡып ултырған сағын фотоға төшөрөү. Эштәр 15 апрелдән алып 25 апрелгә ҡәҙәр ҡабул ителә. 25 апрелдә үтәсәк Бөтә Рәсәй “Библиотөн--2020” акцияһында сарала ҡатнашыусылар электрон сертификат менән бүләкләнәсәк.