Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 11:21

Рәсәй иҡтисады ни хәлдәрҙә?

В.В.Путин һауа транспорты, туризм, ҡунаҡхана бизнесы, күңел асыу һәм ял итеү, йәмәғәт туҡланыу, мәҙәниәт һәм спорт тармаҡтарына пошлина түләүҙе туҡтатыуҙы тәҡдим итте.

Юғары Евразия иҡтисады советының онлайн-кәңәшмәһендә Рәсәй президенты В.В. Путин коронавирус пандемияһын туҡтатыу өсөн экстраординар саралар ҡулланырға кәрәк, тип белдерҙе.
Ил башлығы билдәләүенсә, бер нисә илдә ғәҙәттән тыш саралар ҡулланыла, ә шулай ҙа, был киҙеүҙе берҙәмлек, дөйөм тырышлыҡ менән генә туҡтатып буласаҡ. Пандемия илдәге бөтә иҡтисад тармаҡтарға насар тәҫьир итте, уларҙың эшен тотҡарланы. Илдәр араһында сауҙа алып барыу ҙа ауырлашты, финанс һәм сеймал баҙары ныҡ үҙгәрештәр кисерҙе.
Бынан тыш В.В.Путин һауа транспорты, туризм , ҡунаҡхана бизнесы, күңел асыу һәм ял итеү, йәмәғәт туҡланыу, мәҙәниәт һәм спорт тармаҡтарына пошлина түләүҙе туҡтатыуҙы тәҡдим итте.
#ВВПУТИН