АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Апрель 2020, 11:11

Табиптарға ярҙам килә

Оборона министрлығының медицина хеҙмәткәрҙәре коронавирус менән көрәшкән табиптарға ярҙамға киләсәк.

Оборона министрлығының медицина хеҙмәткәрҙәре коронавирус менән көрәшкән табиптарға ярҙамға киләсәк. Был турала илдәге санитар-эпидемиологик хәл тураһындағы кәңәшмәлә Рәсәй президенты В.В.Путин хәбәр итте. Ил башлығы белдереүенсә, Оборона министрылығының медицина хеҙмәткәрҙәре сит илдәрҙә был киҙеүҙе дауалауҙа тәжрибә туплап өлгөргән. Шуға күрә уларҙың ярҙамы табиптар өсөн бик мөһим.
Ил башлығы төбәктәрҙәге яңы инфекцион дауаханалар төҙөлөшө тураһында ла ҡыҙыҡһынды. Һауылыҡ һаҡлау министрлығынан, медицина хеҙмәткәрҙәре етешмәгән осраҡта, госпитәлдәргә медицина университеттары уҡытыусыларын, аспиранттарҙы һәм студенттарҙы йәлеп итеүҙәрен һораны.
#ВВПУТИН