Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2020 йылдың октябренә тәғәйенләнгән. Төбәктәрҙә 1 апрель эш башланырға тейеш ине. Илдә барған киҫкен хәл әле ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Шул сәбәпле Росстат мөһим сараны 2021 йылға күсереү инициативаһы менән сыҡты. Росстат етәксеһе Павел Малков был эштең сифатына ҡамасауламаясаҡ, киреһенсә ярҙам итәсәк, тип иҫәпләй. Сөнки быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа тәүге ҡат электрон вариант ҡулланыла. Сара киләһе йылға күсерелһә, заманса онлайн-технологияларҙы өйрәнеүгә ваҡыт күберәк буласаҡ.