АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Апрель 2020, 11:20

Әҙер аш ташыйҙар

Йылайыр районы хакимиәте етәкселеге үҙаллы изоляция ваҡытында әҙер рацион--иртәнге, төшкө, киске ашты комплектлау режимында эшләргә әҙер предприятиеларҙың исемлеген төҙөгән.

Йылайыр районы хакимиәте етәкселеге үҙаллы изоляция ваҡытында әҙер рацион--иртәнге, төшкө, киске ашты комплектлау режимында эшләргә әҙер предприятиеларҙың исемлеген төҙөгән. Исемлеккә ингән “Йылайыр” (телефоны 2-12-22) , “Алтын ҡулса” юл яны комплекстары (шәхси эшҡыуар Т.Х.Балтабаев, 2-24-23 ), «La Fresh» аш-һыу әҙерләү биләмәһе (шәхси эшҡыуар Р.Н.Тулыбаев, 8 927 94 900 30.) төбәк халҡына өйҙәренә ризыҡ ташыу хоҡуғына эйә. Был эштәр “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаларына ярҙам” милли проекты сикәрендә тормошҡа ашырыла.
#нацпроекты#миллипроекттар