Рәсәй президенты Владимир Путиндың матбуғат секретаре Дмитрий Песков: “Бөйөк Ватан һуғышында еңеү - илебеҙ тарихы өсөн иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе. Шуға күрә, Бөйөк Еңеү көнөн 9 майҙа үткәреү мөмкинлеге булмаһа, мотлаҡ һуңғараҡ ойошторолор,” –тип белдерҙе.
Әлегә Еңеү парадының датаһы күсерелмәгән. Байрамды ҡасан уҙғарыу тураһындағы ҡарар коронавирус пандемияһы буйынса хәлдәрҙең нисек дауам итеүен иҫәпкә алып ҡабул ителәсәк.
Бөгөн Рәсәйҙә коронавирус киҙеүен эләктереүселәр һаны 15770-кә еткән. Был ауырыуҙан 130 кеше вафат булған, 1291 кеше һауыҡҡан.