Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Апрель 2020, 11:05

Ниғәмәттәр әүҙемлек күрһәтте

Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты 2019 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Иң беренсе сиратта ҡоролтай етәкселеге “Демография” милли проекты сиктәрендә ойошторолған конкурстар еңеүселәрен билдәләне.

Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты 2019 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Иң беренсе сиратта ҡоролтай етәкселеге “Демография” милли проекты сиктәрендә ойошторолған конкурстар еңеүселәрен билдәләне.
“Сәләмәт ауыл-2019” район конкурсының 5 номинацияһы буйынса ла иң күп балл йыйып, Ниғәмәт ауыл биләмәһенең Ниғәмәт ауылы (башлығы Тайбугин Булат Фәрит улы, ҡоролтай рәйесе Кәримов Юлай Хәмзә улы) конкурстың төп еңеүсеһе тип билдәләнде. Еңеүсегә Гран-при, күсмә кубок һәм аҡсалата премия тапшырыла.
1-се урын – Ишбирҙе ауыл биләмәһенең Ишбирҙе ауылына (башлығы Иҫәндәүләтова Гөлшат Рәмзин ҡыҙы, ҡоролтай рәйесе Иҫәндәүләтов Сәлим Мөхтәр улы). Ауылға 1-се дәрәжә Диплом һәм аҡсалата премия бирелә.
2-се урында – Таулыҡай ауыл биләмәһенең Үрге Таулыҡай ауылы (башлығы Сәйетов Фуат Әхмәт улы, ҡоролтай рәйесе Мөхәмәтйәров Йәүҙәт Шәһит улы). Ауыл 2-се дәрәжә Диплом һәм аҡсалата премия менән бүләкләнә;
2-се урында – Билал ауыл биләмәһенең Өмөтбай ауылы (башлығы Саптаров Илдар Шәһәрғәзе улы, ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Әминева Илдүсә Азат ҡыҙы). Ауылға 2-се дәрәжә Диплом, аҡсалата премия тапшырыла.
3-сө урын – Сибай ауыл биләмәһенең Иҫке Сибай ауылына (башлығы Утарбаев Сибай Сәмиғулла улы, ҡоролтай рәйесе Утарбаев Сабит Сәмиғулла улы). Ауылға 3-сө дәрәжә диплом һәм аҡсалата премия бирелә;
3-сө урын – Йылайыр ауыл биләмәһенең Сосновка ауылына (башлығы Рәхмәтуллин Фәйзи Салауат улы, ҡоролтай рәйесе Моратов Харис Хадис ул). Ауыл 3-сө дәрәжә Диплом һәм аҡсалата премия менән бүләкләнә;
3-сө урын – Семеновск ауыл биләмәһенең Семеновск ауылына (башлығы Сәлимов Рәсүл Фәрит улы, ҡоролтай рәйесе Ҡашҡаров Рәфҡәт Зөлҡәрнәй улы). Ауылға 3-сө дәрәжә диплом һәм аҡсалата премия тапшырыла.
“Сәләмәт ауыл-2019” конкурсында еңеүгә ынтылыш һәм ҙур әүҙемлек күрһәткәндәре өсөн Ишмырҙа ауыл биләмәһенең Ишмырҙа, Ниғәмәт ауыл биләмәһенең Үрге Яйыҡбай, Мерәҫ ауыл биләмәһенең Мерәҫ, Ҡолсора ауыл биләмәһенең Түбәнге Иҙрис, Моҡас ауыл биләмәһенең Әхмәр, Түбә ауыл биләмәһенең Түбә, Татлыбай ауыл биләмәһенең Татлыбай, Әбделкәрим ауыл биләмәһенең Әбделкәрим, Беренсе Этҡол ауыл биләмәһенең Ғәҙелбай, Ярат ауыл биләмәһенең Йәрмөхәмәт ауылдары Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнәсәк.
#нацпроекты#миллипроекттар
Читайте нас: