Рәсәй президенты Владимир Путин һорауы буйынса премьер-министр Михаил Мишустин коронавирустан зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтеү документтарына ҡул ҡуйҙы. Төбәктәрҙә был эштәрҙе башҡарыу министрлыҡтарға һәм төбәк етәкселәренә йөкмәтелде.
Рәсәйҙә 2020 йылдың 1 мартынан эшһеҙ ҡалған граждандарға минималь эш хаҡы түләнә башлаясаҡ. Башҡортостан Республикаһында эшһеҙлек пособиеһы Урал коэффициенты менән бергә 13 мең 949 һум тәшкил итә.
Бынан тыш, әгәр эшһеҙҙең ғаиләһендә балиғ булмаған балалар бар икән, уларға ла һәр береһенә өс мең һум күләмендә өҫтәмә түләү ҡаралған. Был турала 9 апрелдә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ултырышында Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта 90 меңгә яҡын бала ошо түләүгә дәғүә итә, әммә Владимир Путин әйткән төҙәтмәләрҙе иҫәпкә алып, уны алыусылар даирәһе күпкә артыуы мөмкин. Был ярҙамды алыу өсөн мәшғүллек хеҙмәтенә иҫәпкә баҫырға кәрәк буласаҡ. Әлегә иҫәпкә баҫыуҙы мәшғүллек хеҙмәте сайты аша эшләү мөмкинлеге ҡарала.