Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель 2020, 11:55

Өҫтәмә сығым ихатаны төҙөкләндереүгә йүнәлтелә

Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең торлаҡ-коммуналь түләүҙәр квитанцияларында “Ихата биләмәһен төҙөкләндереүҙе финанслау” юлы барлыҡҡа килде.Яңы юлдың барлыҡҡа килеүенә күп ҡатлы йорттар милекселәренең “Башҡорт ихаталары” программаһында ҡатнашыуы тураһындағы дөйөм йыйылыштары протоколдары һәм Сибай ҡала хакимиәтенең 2020 йылдың 27 февралендәге № 581-М/001 ҡарары сәбәпсе.

Сибай ҡалаһының “Мәғлүмәт иҫәп-касса үҙәге” идарасы компанияһы ҡарамағандағы МАТРОСОВ урамының 1/1, 1/2, 2/1, ЧАЙКОВСКИЙ урамының 10, 12/1, 14, 14/1, 16, 16/1, 16/2, 18, 20 күп ҡатлы йорттарында йәшәүселәрҙең торлаҡ-коммуналь түләүҙәр квитанцияларында “Ихата биләмәһен төҙөкләндереүҙе финанслау” юлы барлыҡҡа килде.
Яңы юлдың барлыҡҡа килеүенә күп ҡатлы йорттар милекселәренең “Башҡорт ихаталары” программаһында ҡатнашыуы тураһындағы дөйөм йыйылыштары протоколдары һәм Сибай ҡала хакимиәтенең 2020 йылдың 27 февралендәге № 581-М/001 ҡарары сәбәпсе.
--Быйыл атап үткән урамдарҙағы йорттар биләмәһендәге ихаталар комплекслы төҙөкләндереләсәк. Программа шарттарына ярашлы, был эштәргә дөйөм сумманың 1 процентын урында йәшәүселәр индерергә тейеш. Шуға күрә квитанцияларға айырым юл өҫтәлде,--тип аңлатма бирҙе был хәлгә “Мәғлүмәт иҫәп-касса үҙәге” идарасы компания белгестәре.
“Башҡорт ихаталары” программаһын Сибай ҡалаһы хакимиәте тормошҡа ашыра. Тулы белешмә алыу өсөн һәм йыйылыштар протоколдары менән ҡала хакимиәтенең 206-сы кабинетында таныша алаһығыҙ. Белешмәләр өсөн телефон: 5-28-77 (сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт һәм элемтә бүлеге).