Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель 2020, 10:55

Шиклеләр күҙәтеү аҫтында

Сирленең кемдәр менән бәйләнештә булыуы асыҡланған. Сибай дауаханаһында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә һәм эпидемияға ҡаршы саралар комплексы теүәл үтәлә, инфекцияның артабан таралыуына юл ҡуйылмаһын өсөн барыһы ла эшләнә. Шиклеләрҙән лаборатор тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн анализдар алынған, уларҙың барыһы ла үҙаллы изоляция режимында ҡалдырылған һәм медицина күҙәтеүе аҫтында тотола.

Кисә Сибай ҡалаһында коронавирус инфекциялы сирле булыуы асыҡланды. Был хаҡта Сибай ҡала хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов белдерҙе. Йоғошло инфекциялы ауырыу буйынса ҡаланың үҙәк дауаханаһының баш табибы Радик Буранбай улы Нәҙерғолов аңлатма бирҙе:
--Сирленең кемдәр менән бәйләнештә булыуы асыҡланды. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә һәм эпидемияға ҡаршы саралар комплексы теүәл үтәлә, инфекцияның артабан таралыуына юл ҡуйылмаһын өсөн барыһы ла эшләнә. Шиклеләрҙән лаборатор тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн анализдар алынды, уларҙың барыһы ла үҙаллы изоляция режимында ҡалдырылды һәм медицина күҙәтеүе аҫтында тотола.
Социаль селтәрҙәрҙә күптәр вирус йоҡтороусының исем-шәрифен атауҙы үтенә. Шәхси белешмә мәғлүмәттәре тураһында Федераль законға ярашлы, пациенттың ризалығынан тыш, уның тураһында өсөнсө шәхестәргә фаш итеү тыйыла.
Шәхси белешмәләрҙе фаш итмәү—ул граждандың медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итеүе фактын, медицина тикшеренеүе үткәргәндә һәм дауалағанда уның сәләмәтлеге торошо, диагнозы һәм башҡа белешмәләрҙе ситкә сығармауҙы күҙ уңында тота.
#нацпроекты#миллипроекты
Читайте нас: