Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель 2020, 11:01

Медицина хеҙмәткәрҙәренә өҫтәлмә түләү

Коронавирус киҙеүе эләктереүселәр менән эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына яңы федераль түләү өҫтәләсәк.

Коронавирус киҙеүе эләктереүселәр менән эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына яңы федераль түләү өҫтәләсәк. Төбәктәрҙә ҡаралған махсус түләүҙәр ҙә һаҡланып ҡалырға тейеш. Был турала Рәсәй президенты В.В.Путин төбәк етәкселәренә мөрәжәғәтнамәһендә әйтте.
Быға тиклем ил башлығы төбәк етәкселәренә коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар менән эшләгән хеҙмәткәрҙәргә 1 апрелдән махсус федерль түләү индереүҙе ҡарарға ҡушҡайны. Табиптарға өҫтәмә түләү 80 мең һум, медицина персоналдарына — 50 мең шәфҡәт туташтарына — 25 мең, тиҙ ярҙам табиптарына — 50 мең, фельдшерҙарға һәм тиҙ ярҙам машинаһы водителдәренә— 25 мең һум түләү ҡаралған.
Һуңғы күрһәтмәләр буйынса Рәсәйҙә коронавирус киҙеүен эләктереүселәр һаны 8672-гә еткән. Ауырыусыларҙың күбеһе Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында теркәлгән. Чукотка, Алтай Республикаһында, Ненец автономном округында һәм Тувала был киҙеү менән ауырыусылар әлегә юҡ.
#ВВПУТИН