Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Апрель 2020, 11:13

Дәүләт ярҙамы күрһәтелә

Рәсәй президенты В.В.Путин йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан түбәнерәк булған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 3 йәштән 7 йәшкәсә балаларға пособие түләүҙе 2020 йылдың июненән уҡ башларға ҡушты.

Рәсәй президенты В.В.Путин йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан түбәнерәк булған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 3 йәштән 7 йәшкәсә балаларға пособие түләүҙе 2020 йылдың июненән уҡ башларға ҡушты. Ил башлығы белдереүенсә, коронвирус панадемияһы ваҡытында ауыр хәлгә ҡалған күп кешегә өҫтәмә социаль ярҙам талап ителә, тәү сиратта – балалы ғаиләләр ярҙаға мохтаж. Шуға күрә Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте «Берҙәм Рәсәй» партияһы менән берлектә пособие түләү өсөн хоҡуҡи механизм булдырҙы.
Партия фракциялары дәүләт ярҙамы ваҡытында һәм тулы күләмдә барып етһен өсөн төбәк Парламенттарында закондар сығарыу эшен тиҙләтәсәк.
Башҡортостан Республикаһында 90 меңгә яҡын ғаилә был түләүҙәргә дәғүә итә ала. Быйыл пособие күләме 4 894 һум тәшкил итә.
Пособие түләү 2020 йылдың 1 июленән башланырға тейеш ине. Рәсәй президенты һорауы буйынса ул бер айға алдараҡ түләнә башлаясаҡ. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: пособие 2020 йылдың ғинуарынан тәғәйенләнә. Уны алыр өсөн электрон формала ғариза яҙырға ғына кәрәк буласаҡ.
Шулай уҡ Рәсәй хөкүмәте «Берҙәм Рәсәй» партияһының коронавирус пандемияһынан зыян күреүселәргә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәргә айырым тәртип индереү тәҡдимен дә хупланы. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн бөтөнләй түләнмәгән йәки яртылаш ҡына түләнгән осраҡта пеня өҫтәлмәҫкә тейеш. Бындай норма 2021 йылдың 1 ғинуарына тиклем дауам итәсәк.
#ВВПУТИН