Коронавирус пандемияһы янағанға күрә март айынан илдәргә инеү өсөн сиктәр ябылып торҙо. Шуға күрә күп Рәсәй туристары тыуған иленә ҡайта алмай ҡалды.
Ил башлығы В.В.Путин белдереүенсә, 6 апрелдән Рәсәй Федерацияһы сит илдә ҡалыусы туристарҙы ҡайтарыу маҡсатында яңынан авиарейстар асты. Беренсе рейстар Бишкек — Екатеринбург һәм Дакка — Түбәнге Новгород ҡалаларына эшләнде. Ҡалғандары буйынса мәғлүмәтте стопкоронавирус.рф сайтынан һәм gosuslugi.ru порталынан алырға мөмкин.
Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин үҙ сығышында Рәсәй граждандарын сит илдәрҙән ҡайтарыу өҫтөндә етди эш алып барылыуы тураһында хәбәр итте, туристарҙан рейстарға заявка бирегәндә иғтибарлы булыуҙарын һораны.