Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2020, 19:15

Фольклориада кисектерелә

Коронавирус пандемияһына бәйле, VI Бөтә донъя фольклориадаһы 2021 йылға күсерелә.

Бөтә донъя фольклориадаһы — Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмаһы (СIOFF) дүрт йылға бер тапҡыр ойошторған Халыҡ-ара фольклор фестивале. Быйыл 18 июлдән 1 авгусҡа ҡәҙәр ул Башҡортостанда үтергә тейеш ине. Коронавирус пандемияһына бәйле, VI Бөтә донъя фольклориадаһы 2021 йылға күсерелә.
--Коронавирус бер ай асында үтеп китер тип алдан әйтеп булмай. Сара киләһе йылға күсерелә,--тип хәбәр итә төбәк Башлығы.