Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2020, 11:45

Бишҡунаҡ юлға сыҡҡан

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы кисәнән бирле Башҡортостанға дауыллы ел яҡынлашыуын хәбәр итә.Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала елдең секундына 26 метрға етеүе көтөлә, иртән буран сығыуы ихтимал, юлдарҙа тайғаҡ.--Һаҡ булығыҙ! Биш ҡунаҡ юлға сыҡҡан.Ҡар яуа, уйнай буран. Иртән тороуға йәнә ҡыш булған да ҡуйған бит. Беҙҙең яҡта был буранды Сәхи бураны тип тә әйтәләр,--тип яҙа үҙенең Бәйләнештәге сәхифәһендә “Атайсал” гәзитенең әүҙем авторы Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылынан Гөлзифа Исрафилова.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы кисәнән бирле Башҡортостанға дауыллы ел яҡынлашыуын хәбәр итә.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала елдең секундына 26 метрға етеүе көтөлә, иртән буран сығыуы ихтимал, юлдарҙа тайғаҡ.
--Һаҡ булығыҙ! Биш ҡунаҡ юлға сыҡҡан.Ҡар яуа , уйнай буран . Иртән тороуға йәнә ҡыш булған да ҡуйған бит . Беҙҙең яҡта был буранды Сәхи бураны тип тә әйтәләр,--тип яҙа үҙенең Бәйләнештәге сәхифәһендә “Атайсал” гәзитенең әүҙем авторы Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылынан Гөлзифа Исрафилова.
Бишҡунаҡ—йылы яҙ башланғандан һуң апрель башы-урталарында көндөң буранлап алыуы. Бындай бурандар Башҡортостан, Ырымбур, Силәбе өлкәләре һәм Ҡаҙағстан билмәләренә хас.
Бишҡунаҡ буранының легендаһы ла бар. Биш башҡорт йыраҡтан ҡунаҡтан ҡайтып килгән. Яҙға ышанып еңелсә генә кейенгән юлаусыларҙың юлы дала аша үткән. Шул ваҡытта ҡапыл буран сығып китеп, улар аҙашып һәләк булған. Ошо хәлдән һуң башҡорттар күсмә йәшәү рәүешенә иҫке стиль буйынса 5 апрелдән һуң (яңыса 19 апрель) көндәр тотороҡланғас ҡына күскән.